Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡорт театрының «Джут» спектакле «Алтын битлек» фестиваленең «Битлек плюс» программаһына инде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының «Джут» («Һуңғы йәйләү») спектакле «Алтын битлек» фестиваленең «Битлек плюс» программаһына инде. Башҡорт актерҙарының сығышы киләһе йылдың март башына билдәләнгән, тип хәбәр иттеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә.

Ҡаҙаҡ драматургы Олжас Жанайдаровтың пьесаһы буйынса режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған «Джут» спектакле — Бөтә Рәсәй милли театр премияһының 2015-2016 йылдар миҙгеле исемлегендә. «Битлек Плюс» хәҙерге театрҙың төрлөлөгөн һәм йүнәлешен сағылдыра. «Битлек Плюс» әлеге мәлдә театрҙа барған хәлдәрҙе күрһәтә һәм уның киләсәген билдәләй», — ти ойоштороусылар.

«Битлек Плюс» конкурстан тыш программаһы 2009 йылдан алып уҙғарыла. Афишала эксперттар тәҡдим иткән Рәсәй спектаклдәре, шулай уҡ Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, Балтика, Европа илдәре театрҙары ҡатнаша. «Битлек Плюс» «Алтын битлек» фестиваленең конкурс программаһын тулыландыра.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть