Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала Ҡаһым түрәгә арналған халыҡ-тарихи йыр фестивале үтте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында «Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра» тип аталған башҡорт халыҡ тарихи йырҙарын башҡарыусыларҙың I төбәк фестивале уҙҙы.

Сарала Башҡортостандың 15 ҡала һәм райондарынан 66 ижади коллектив һәм яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнашты. Уларҙың оҫталығы башҡорт халыҡ тарихи йырҙары, ҡурайсылар, ҡурайсылар ансамблдәре һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте номинацияларында баһаланды.

Фестивалде үткәреү урыны осраҡлы һайланмаған. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813–1814 йылдарҙа рус армияһының сит ил походтарында ҡатнашҡан башҡорт полктарының береһенең командиры Ҡаһым түрә сығышы менән ошо ауылдан.

Айыусы ауылында тыуып үҫкән профессор Рим Йәнғужиндың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған «Кешеләр, мәҙәниәт, арауыҡ: Евразия донъяһының социомәҙәни динамикаһы» исемле бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусылар сараның абруйлы ҡунаҡтары булды.

Сара барышында 2006 йылда Айыусыла асылған Ҡаһым түрә стелаһына һәм «Ашҡаҙар» йыры һәйкәленә сәскә һалыу ойошторолдо.

Фестиваль йомғаҡтары буйынса Баймаҡ ҡалаһынан Азамат Ғөбәйҙуллин, Ишембайҙан «Моңдаръя» вокаль ансамбле, Стәрлетамаҡтан Фәнил Кинйәғолов (башҡорт халыҡ тарихи йырҙары), Благовар районынан Илмир Ҡоҙабаев, Стәрлетамаҡтан Фуат Юнысбаев, Сибайҙан Әнүәр Буранғолов (ҡурайсылар), Ейәнсура районынан «Ете таж» ҡурайсылар ансамбле, Өфө дәүләт сәнғәт институты квартеты (ҡурайсылар ансамблдәре), Мишкә районынан Рим Ғәлимов (биҙәү-ҡулланма сәнғәте) I дәрәжә лауреат исемен алды.

Гран-приға Ишембайҙан Сулпан Мифтахова лайыҡ булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть