Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала Галина Карелова Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумы премияһын тапшырҙы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Парламенттың юғары палатаһы спикеры урынбаҫары Галина Карелова Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумы премияһын һәм Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың Рәхмәт хатын тапшырҙы. Бүләкләү кесаҙна, 17 ноябрҙә, баш ҡалала асылған «Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Сикһеҙ мәрхәмәтлек» халыҡ-ара форумы сиктәрендә уҙҙы.

Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумы премияһы йәмғиәттең тотороҡло үҫешкә йүнәлтелгән хәҙерге көн тәртибен булдырыуҙағы хеҙмәттәрҙе таныуын символлаштыра.

«Бөгөн беҙ ошо премияны кешеләргә ярҙам итеү өсөн байтаҡ эштәр башҡарған һәм үҙ миҫалында ижадтың мөғжизәләр тыуҙырырға һәләтле икәнен раҫлаған ҡатынға тапшырабыҙ», — тине Галина Карелова, «Йөрәк ҡушыуы буйынса» хәйриә фондына нигеҙ һалған йырсы Диана Гурцкаяға награда тапшырып.

«Ғүмер һыҙаты» ауыр сирле балаларҙы ҡотҡарыу хәйриә фонды президенты Фаина Захарова, «Мәрхәмәт» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Гөлшат Хәмитова, Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам фондының идара рәйесе Марина Гордеева, «Йылмайыу операцияһы» йәмәғәт ойошмаһы Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть