Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфө — ЮНЕСКО-ның Глобаль селтәрендә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостандың баш ҡалаһы ЮНЕСКО-ның үҫешеүсе ҡалалар селтәренә индерелде. Өфө ЮНЕСКО-ның өҙлөкһөҙ белем биреү институтынан селтәрҙә ағза булыуҙы раҫлаған тейешле сертификат алды. Халыҡ-ара ҡалалар берләшмәһе мәғарифты комплекслы үҫтереү өлкәһендә тәжрибә алмашыу өсөн бәйләнештәр һәм партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыуға булышлыҡ итә.

Үҫешеүсе ҡалаларҙың глобаль селтәре документтарында билдәләнеүенсә, үҫешеүсе ҡала — тотороҡло үҫеш өсөн бөтә өлкәләрҙә лә үҙ ресурстарын һөҙөмтәле файҙаланған муниципалитет. Инклюзив уҡытыуға ярҙам күрһәтә, ғаиләлә һәм йәмғиәттә белем биреүҙе тергеҙә. Заманса уҡытыу технологияларын ҡулланыуҙы киңәйтә, эш урынында белем алырға, туған һәм сит телдәрҙә белем алыу мәҙәниәтен булдырырға ярҙам итә. Шуның менән бергә ҡала граждандарҙың шәхси хоҡуҡтарын һәм мөмкинлектәрен киңәйтә, йәмғиәттең социаль берҙәмлеген нығыта, биләмәнең тотороҡло иҡтисади һәм мәҙәни үҫешенә булыша.

Баш ҡаланың ғаризаһында мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары селтәрен киңәйтеү, ҡала мәктәптәрендә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн инклюзив белем биреүҙе үҫтереү, электрон уҡытыу системаһын төҙөү, республика халыҡтары телдәрендә һәм сит телдәрҙә белем биреүҙе камиллаштырыу, шулай уҡ «Өсөнсө быуын халыҡ университеты»нда ололар өсөн уҡытыу программаларын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу сағылдырылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть