Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Өфөләрҙе Ҡунаҡсыллыҡ һәм туристик индустрия форумына саҡыралар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Өфөлә Ҡунаҡсыллыҡ һәм туристик индустрия форумы уҙа. Уны ойоштороусылар — Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы, Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, шулай уҡ  Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты.

Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, бындай саралар тармаҡ белгестәре өсөн бик мөһим. Улар тәжрибә менән уртаҡлашырға, һөнәри бәйгеләрҙә оҫталыҡтарын күрһәтергә, еңеүселәргә иһә ярыштарҙы федераль кимәлдә дауам итергә мөмкинлек бирә. Дөйөм алғанда, ҡунаҡсыллыҡ һәм туристик индустрия форумы ошо тармаҡтарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә, уларҙың конкурентлыҡ һәләтен арттыра. Бынан тыш, ул Башҡортостанды төбәк-ара сервис һәм туризм хеҙмәттәре баҙарында үҫтереүгә стимул бирә.

Күргәҙмәләрҙә Башҡортостандың, шулай уҡ Ҡырымдың һәм Алтайҙың 70-тән ашыу туристик индустрия компанияһы, шифаханаһы күрһәтелгән, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Форум сиктәрендә ойошторолған «Беҙҙең бренд» фестивалендә 60-ҡа яҡын аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары ҡатнаша. Ҡатнашыусыларҙың стендында әлегә һатыуға сығарылмаған үҙенсәлекле ризыҡтар менән танышырға һәм уларҙы тәмләп ҡарарға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть