Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Илдең төп шыршы байрамына юлланыр алдынан республика балаларына киҙеүгә ҡаршы прививка яһала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Мәскәүгә, илдең төп шыршы байрамына барасаҡ балалар мотлаҡ киҙеүгә ҡаршы прививка эшләтергә тейеш. Уҡыусыларҙы Кремль шыршыһына ғына түгел, республика Яңы йыл шыршыһына әҙерләгәндә лә ошо талап ҡуйыла, тип хәбәр итте төбәктең медицина ойошмалары етәкселәре менән үткән селектор кәңәшмәһендә Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Эльза Сыртланова.

22 декабрҙә Өфөлә уҡыу алдынғылары, спорт ярыштары еңеүселәре, ижади конкурс лауреаттары, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың балалары, шулай уҡ күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр өсөн республика Яңы йыл шыршыһы үткәрелә. Унда 511 бала ҡатнаша. 26 декабрҙә уҙасаҡ Кремль шыршыһына республиканан 114 уҡыусы бара. Унда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың балалары, балалар йорттарында һәм интернаттарҙа, социаль йәһәттән яҡланмаған һәм күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, уҡыу алдынғылары, олимпиада, конкурс еңеүселәре, Волга буйы федераль округындағы кадет корпустары уҡыусылары саҡырылған.  

Теги: яңы йыл
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть