Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Галина Карелова: «Бөгөн Рәсәйҙә ете меңдән ашыу хәйриә фонды иҫәпләнә»

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Бөгөн Рәсәйҙә ете меңдән ашыу хәйриә фонды иҫәпләнә. Был хаҡта Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Галина Карелова «Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Сикһеҙ мәрхәмәтлек» форумының пленар ултырышында белдерҙе.

«Былтыр ғына меңдән ашыу яңы ойошма теркәлгән. Бөтәһе 15 меңдән ашыу коммерцияға ҡарамаған ойошма хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Өлкәлә 2,5 миллиондан ашыу ирекмән эшләй, — тип һөйләне парламентарий. — Хәйриәлек социаль ярҙам, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендә генә үҫешмәй. Хәйриә эшмәкәрлегенә дәүләт ярҙамы дүрт тапҡырға артҡан. Федераль кимәлдә етди норматив булдырылған».

Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың ҡушыуы буйынса Галина Карелова хәйриәлек менән шөғөлләнгән һәм үҙҙәрен изге эшкә арнаған лидер ҡатын-ҡыҙҙарҙың осрашыуын үткәреү тәҡдимен хуплағандары өсөн форумда ҡатнашыусыларға ихлас рәхмәт белдерҙе.

Рәсәйҙә хәйриәлек өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлек итеү миҫалдары байтаҡ. Галина Карелова «Йылмайыу» операцияһын миҫалға килтерҙе. Уның сиктәрендә Өфөлә Рәсәй һәм сит ил хирургтары йөҙ-яңаҡ кәмселектәре булған 50-нән ашыу балаға операция яһай.

Хәйриәлек мәсьәләләре буйынса даими эшләгән майҙансыҡ кәрәк, тип белдерҙе парламентарий. Хәҙер, кешелеккә террорсылыҡ һәм техноген хәүефе янаған мәлдә, был айырыуса мөһим.

Галина Карелова илдә хәйриәлектең тарихи тамырҙары хаҡында һөйләне. Был эстафета бер ҡасан да өҙөлмәй. Ул ҡануниәт кимәлендә яҡланырға тейеш.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә ике көнлөк «Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Сикһеҙ мәрхәмәтлек» тип аталған форум үҙ эшен башланы. Баш ҡалаға 400-гә яҡын кеше — Рәсәй төбәктәренән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, ШОС һәм БРИКС илдәренән йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәре, лидер ҡатын-ҡыҙҙар килде.

«Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы»нда АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Көньяҡ Африка Республикаһы, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Эстония, Вьетнам, Италияның йәмәғәт, хәйриә һәм дәүләт ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть