Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала «Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Сикһеҙ мәрхәмәтлек» форумы асылды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Өфөләге Конгресс-холда «Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Сикһеҙ мәрхәмәтлек» тип аталған форум үҙ эшен башланы. Халыҡ-ара фестивалде Диана Гурцкая асты. Танылған йырсы һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балалар студияһы тәрбиәләнеүселәре башҡарыуында «Доға» йыры яңғыраны.

Уның эшендә Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Галина Карелова һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова ҡатнаша.

Өфөгә 400-гә яҡын кеше — Рәсәй төбәктәренән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, ШОС һәм БРИКС илдәренән йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәре, лидер ҡатын-ҡыҙҙар килде.

Форумды ойоштороусылар — Федерация Советы, Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды. Ике көнлөк форумда пленар ултырыш, мәғариф һәм мәҙәниәт, гуманитар үҙ-ара эш итеү һәм ирекмәнлек, халыҡҡа социаль хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә дәүләттәрҙең, хәйриә, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың хеҙмәттәшлеген үҫтереү мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү күҙ уңында тотола.

«Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы»нда АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Көньяҡ Африка Республикаһы, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Эстония, Вьетнам, Италияның йәмәғәт, хәйриә һәм дәүләт ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша.

Программала ирен-аңҡау кәмселектәре булған балалар өсөн «Йылмайыу операцияһы» хәйриә акцияһы, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҡатнашлығында фестиваль, яңы эш башлаған социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре һәм тренингтар ойоштороу ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть