Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республика Башлығы «Башнефть» компанияһының директорҙар советы составына инмәне

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Башнефть» компанияһының директорҙар советы составына инмәне. Сәбәбе — ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, ул бер үк ваҡытта акционер йәмғиәттәренең идара итеү органдарында ҡатнаша һәм республика Башлығы вазифаһын алып бара алмай.

Алдағы айҙарҙа төбәк ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү күҙаллана, тип аңлатма бирҙеләр республика Башлығының матбуғат хеҙмәтендә. Бынан һуң «Роснефть» компанияһының Баш башҡарма директоры Игорь Сечиндың Рөстәм Хәмитовҡа «Башнефть» нефть компанияһының яңыртылған директорҙар советы составына инеү тураһындағы тәҡдимен ҡабаттан ҡарарға һәм был ҡарарҙы 2017 йылдың йәйендә акционерҙарҙың йыллыҡ йыйылышында раҫларға мөмкин буласаҡ.

Уға тиклем Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәновты һәм республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьевты «Башнефть» нефть компанияһының директорҙар советы составына индерергә тәҡдим ителде.

Октябрь уртаһында «Роснефть» компанияһы «Башнефть» акцияларының дәүләт пакетын яҡынса 330 миллиард һумға һатып алды. Хәҙер «Роснефть» Башҡортостан нефть компанияһы акцияларының 60,16 процентына (устав капиталының 50,08 проценты) эйә. Ябай акцияларҙың 25,79 проценты (устав капиталының 25 проценты) Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть