Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда тәүге тапҡыр «Аманат» башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың республика конкурсы уҙа

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда тәүге тапҡыр «Аманат» башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың республика конкурсы үткәрелә. Бәйге думбырасылар һәм ҡыл-ҡумыҙсылар, шулай уҡ ошо инструменттар ингән ансамблдәр өсөн ойошторола. Тыңлауҙар 2 декабрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһының Кесе залында уҙа. Шунда уҡ кисен лауреаттарҙың гала-концерты була.

Конкурста балалар музыка мәктәптәре, балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары, балалар ижады йорто тәрбиәләнеүселәре, урта дөйөм белем биреү мәктәптәрендәге түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүселәр, урта махсус уҡыу йорттары, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары, шулай уҡ профессиональ башҡарыусылар ҡатнаша ала.

«Рәсәйҙең хәҙерге музыка мәҙәниәтендә һәм Башҡортостанда ла халыҡ сәнғәте йылдан-йыл популярлаша бара. Әкренләп юғары художестволы ҡиммәткә эйә булған фольклор элитар сәнғәткә әүерелә, — тип иҫәпләй ойоштороусылар. — Өҫтәүенә милли тамырҙарға таянмай тороп, йәмғиәттең рухи, интеллектуаль, мәҙәни ҡеүәтен арттырыу мөмкин түгел. Үҙеңдең мәҙәниәтеңде белмәйенсә һәм уны, милли тамырҙарҙы хөрмәт итмәйенсә башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтен аңлап булмай».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть