Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Һыуыҡ көндәрҙә республика уҡыусыларына мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Һыуыҡ көндәрҙә Башҡортостан уҡыусыларына мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин. Һауа температураһы 25 градустан түбәнәйһә, башланғыс, 28-30 градус һыуыҡ булһа, урта, 31 градустан түбән икән, өлкән класс уҡыусыларына мәктәпкә бармаҫҡа рөхсәт ителә.

Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы хәбәр итеүенсә, республикала аҙна аҙағына тиклем һалҡын буласаҡ. Төньяҡта һәм көнсығышта һауа температураһының 30 градусҡаса һыуытыуы ихтимал. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: ошо көндәрҙә ҡайһы бер райондарҙа температура 35-36 градусҡа тиклем түбәнәйҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть