Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Шүлгәнташ мәмерйәһендә ҡаяға төшөрөлгән һүрәттең яңы фрагменты табылған

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Шүлгәнташ мәмерйәһендә быға тиклем билдәһеҙ һүрәт табылған. Был яңы сенсациялы яңылыҡ булды, тип хәбәр итә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Рәсем залдың көнбайыш стенаһындағы граффитиҙарҙы таҙартҡанда асыҡланған. Экспедиция етәксеһе Эудаль Гийаме әйтеүенсә, табылған буяу — ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙең бер өлөшө.

Мәмерйәләге хәҙерге граффитиҙарҙы бөтөрөүҙең сираттағы, өсөнсө этабы тамамланды. Башҡарылған эштәр һөҙөмтәһендә төп галерея, Сталагмиттар, Билдәләр залы, Каскад, Беренсе галерея таҙартылған. Әлеге ваҡытҡа Көмбәҙ, Хаос, Акустик һәм Ҡорам залдарында ғына яҙмалар ҡалған. Киләһе йәйге эскпедиция барышында таҙартыу буйынса эштәр тулыһынса тамамланасаҡ.

Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге етәкселеге мәмерйәне инфраҡыҙыл һәм 3D-сканерлау өсөн Испания һәм Франция белгестәрен йәлеп итеү мәсьәләһе буйынса һөйләшеүҙәр алып бара. Тикшереүселәр фекеренсә, мәмерйә стеналарын инфраҡыҙыл сканерлау ултырмалар һөҙөмтәһендә күренмәгән һүрәттәрҙе табырға мөмкинлек бирәсәк.

Эштәр «Шүлгәнташ мәмерйәһендәге рәсемдәр» объектын өйрәнеү, һаҡлау, популярлаштырыу һәм ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү буйынса саралар планына ярашлы алып барыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть