Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Латвия башҡорттары «Ҡаҙ өмәһе» байрамын ойошторҙо

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Рига ҡалаһында Латвияның башҡорт һәм татар ойошмалары вәкилдәре «Ҡаҙ өмәһе» байрамын ойошторҙо. Элек-электән һыуыҡтар етеү менән ауыл халҡы ҡышҡылыҡҡа ҡаҙ ите әҙерләй башлаған.

«Салауат Юлаев» Балтика халыҡ-ара үҙәгенең идара рәйесе, Башҡортостандың Латвиялағы ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты вәкиле Рина Хәмитова һөйләүенсә, башҡорт һәм татар милләте вәкилдәре, шулай уҡ Латвия республикаһы ҡунаҡтары Латвияның милли-мәҙәни ойошмалар ассоциацияһында йыйылды. Байрам уңайынан ҙур концерт уҙҙы, унда, артистарҙың сығышынан тыш, шағирҙар Ғабдулла Туҡай һәм Муса Йәлил хөрмәтенә ойошторолған тантаналарға арналған яңы баҫманың исем туйы булды. Байрам өҫтәлен ҡаҙ итенән бешерелгән ҙур бәлеш, татлы сәк-сәк һәм Көнсығыш тәм-томдары биҙәне.

Осрашыуҙы Рига Думаһы — Мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт буйынса департаменттың финанс ярҙамы менән Латвия татарҙарының «Иҙел» йәмғиәте, Латвия башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо. Сараны үткәреүгә Латвияның Мәҙәниәт министрлығы, Милли-мәҙәни ойошмалар ассоциацияһы, «Салауат Юлаев» Балтика халыҡ-ара үҙәге, «Ебәк юл» этник проекттар йәмғиәте, Ригалағы мосолмандар ойошмаһы булышлыҡ итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть