Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡала бюджетының килеме 23,95 миллиард һумға тиклем арттырылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Өфө бюджетының килем өлөшө — 23,96, сығымы 26,9 миллиард һумға тиклем арттырылды. Шаршамбы, 16 ноябрҙә, Өфө ҡала Советы депутаттары шундай ҡарар ҡабул итте. Төҙәтмәләр өҫтәмә аҡса килеп сығыуға бәйле, тип аңлатма бирҙеләр Советта.

Килем республика ҡаҙнаһынан өҫтәмә субвенциялар биреү иҫәбенә артты. Был сумма яҡынса 2 миллиард 53 миллион һум тәшкил итте. Бер үк ваҡытта сығымдар ҙа арта. Баш ҡала властары өҫтәмә аҡсаны юлдарҙы ремонтлауға, Ағиҙел йылғаһы аша яңы күперҙе проектлауға һәм төҙөүгә, граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереүгә йүнәлтергә ниәтләй. Мәктәптәр төҙөү һәм етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү күҙаллана.

Сентябрь айында ҡала бюджетына һуңғы үҙгәрештәр индерелгәйне. Ул саҡта баш ҡаланың килеме — 21,29, сығымы 23,58 миллиард һум күләмендә раҫланғайны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть