Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Светлана Медведева Раштыуа Алиһәһе кафедраль собор ҡорамында һәм Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжында булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфөлә Социаль-мәҙәни башланғыстар фонды президенты Светлана Медведева Раштыуа Алиһәһе кафедраль собор ҡорамында булды.

Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон республикалағы иң матур православие ҡорамдарының береһе хаҡында һөйләне һәм уның буйлап экскурсия ойошторҙо. Уға 1903 йылда нигеҙ һалына. 1934 йылда сиркәү ябыла, оҙаҡ йылдар бында «Йондоҙ» кинотеатры эшләй. 1991 йылда бина Өфө епархияһына кире ҡайтарыла. Ошо ваҡыттан алып ҡорамды тергеҙеү башлана. Әле ҡорамға протоиерей Евгений Иванович Степаненко етәкселек итә.

Быйыл июнь айында Мәскәү һәм Бөтә Русь Патриархы Кирилл ҡорамды изгеләштереү йолаһын үтәне.

Артабан Социаль-мәҙәни башланғыстар фонды президенты һәләтле балаларҙы тәрбиәләү тәжрибәһе менән танышыу өсөн Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжына барҙы. Светлана Медведеваға һәм «Мәрхәмәт» фондының попечителдәр советы рәйесе Гөлшат Хәмитоваға бейеүселәр әҙерләүҙең бөтә этаптары ла күрһәтелде.

Уҡыу йортоноң директоры Олия Вилданова һөйләүенсә, әлеге ваҡытта бында 10-18 йәшлек 260 бала уҡый. Колледжда халыҡ һәм классик бейеү бүлексәләре эшләй.

Светлана Медведева Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжы уҡыусыларын «Рус балеты» III Бөтә Рәсәй йәш башҡарыусылар конкурсында ҡатнашырға саҡырҙы. Бәйге 2017 йылдың апрелендә Мәскәүҙә үтә.

Хореография колледжы тәрбиәләнеүселәре ҡунаҡтар өсөн концерт әҙерләгән. Улар «Гөлнәзирә», «Ете ҡыҙ» бейеүҙәрен башҡарҙы, «Һыу һылыуҡайы» балалар милли балетынан өҙөк, «Пахита» балетынан варианттар, Аргентина бейеүен күрһәтте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть