Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә VI Епархия Табын уҡыуҙарында руханиҙар быуат һабаҡтарын баһалай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Өфөлә VI Епархия Табын уҡыуҙарында руханиҙар быуат һабаҡтарын баһалай. Баш ҡалала «1917-2017: быуат һабаҡтары» тип аталған форум башланды. Уҡыуҙарҙың пленар өлөшө республика Дәүләт Йыйылышында уҙҙы.

Был иҫәп буйынса алтынсы Табын уҡыуҙары. Быйыл улар 1917 йылда булған һабаҡтарҙы өйрәнеүгә һәм һуңғы быуат эсендә башҡарылған эштәргә арналды.

«Бик күп ҡорамдар һәм мәсеттәр емерелде. Башҡортостандағы 800 православие сиркәүенән 17 генә тороп ҡалды, — тип һөйләне Башҡортостан митрополияһы башлығы, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон. — Бөгөн республикала яҡынса 347 приход бар. Уларҙың күбеһе тергеҙелгән, күпселеге әле төҙөлә. Был ҡорамдарҙың тулыһынса тиерлек емерек хәлдә кире ҡайтарылыуына бәйле».

Диндар кеше өсөн изге йорттарҙы емереү дөйөм ҡайғы ғына түгел, ул үҙе лә ошо хәлде ныҡ ауыр кисерә, тип иҫәпләй хаким. Ике традицион конфессия — ислам һәм православие тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

«Беҙ ҡулға-ҡул тотоношоп эшләргә һәм төҙөргә тырышабыҙ. Бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, мәсетте тергеҙгәндә йәки төҙөгәндә сиркәү көсөнән килгәнсә ярҙам күрһәтә, башҡортса әйткәндә, хәйер бирә. Бындай миҫалдар байтаҡ. Ҡорам төҙөгәндә мосолмандар ҙа булыша. Был дөрөҫ, тип иҫәпләйем мин. Башҡортостандағы ошондай рухи һәм иҡтисади мөхит беҙгә тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә булышлыҡ итә».

VI Епархия Табын уҡыуҙары материалдары буйынса мәҡәләләр йыйынтығын баҫтырып сығарыу күҙаллана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть