Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Рәсәйҙең һәм башҡа илдәрҙең иң яҡшы хирургтары йөҙ-яңаҡ кәмселектәре булған балаларға операция яһай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфөлә, Республика балалар клиник дауаханаһында, сираттағы «Йылмайыу операцияһы» хәйриә акцияһы башланды. Акция барышында тыумыштан йөҙ-яңаҡ кәмселектәре булған балаларға бушлай һәм сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелә. Быйыл сара «Ҡатындар диалогы. Сикһеҙ шәфҡәтлелек» тип аталған халыҡ-ара форум сиктәрендә ойошторола.

«Йылмайыу операцияһы» Рәсәйҙә 1995 йылдан алып үткәрелә. Өфөлә иһә өсөнсө тапҡыр уҙа. Быйыл хәйриә акцияһы ирекмәндәре сифатында баш ҡалаға яңаҡ-йөҙ хирургияһы өлкәһе белгестәре, шул иҫәптән АҠШ һәм Вьетнамдан табиптар килгән. Улар аҙна буйына Башҡортостандан һәм Силәбе өлкәһенән 50-гә яҡын балаға операция яһаясаҡ.

Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыл һайын Башҡортостанда яңаҡ-йөҙөндә кәмселектәре булған 200 самаһы сабый тыуа. «Әле ике меңдән ашыуы Республика балалар клиник дауаханаһында диспансер иҫәптә тора. Улар араһында операцияға мохтаждар һәм операциянан һуң күҙәтеү аҫтында торған пациенттар ҙа бар. Йыл һайын 100-120 бала тикшереү үтә, 45-60 балаға тәүге тапҡыр һәм яңынан операция эшләнә», — тип һөйләне журналистар менән осрашыуҙа республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Эльза Сыртланова.

«Акция сиратты кәметергә мөмкинлек бирә, сөнки шундай кәмселектәре булған балалар бик күп, — тип билдәләне Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы Рөстәм Әхмәтшин. — Башҡа ҡалалар менән халыҡ-ара хеҙмәттәшлек итеүоперацияларҙың сифатын яҡшырта, уларҙы камиллаштыра. Быйыл акцияға ошо өлкәләге белгестәрҙең белемен арттырыу маҡсатында белем биреү компоненты индерелгән. Медицина йүнәлешендәге оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа саралар ҡаралған. Дәрестәр республиканың бөтә медиктары өсөн трансляцияланасаҡ».

Бынан тыш, «Йылмайыу операцияһы» хәйриә акцияһы барышында Республика балалар клиник дауаханаһында «Изгелек һәм тыныслыҡ бүлмәһе» асылған, унда психолог балаға һәм ата-әсәләргә операцияға әҙерләнергә ярҙам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть