Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала Волга буйы федераль округында инфляцияның иң түбән индексы билдәләнгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Октябрь айында Башҡортостанда ҡулланыусылар хаҡы индексы сентябргә ҡарата 100,3 процент тәшкил иткән. Был — Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында иң түбән күрһәткес. Ошо хаҡта республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Аҫылова хәбәр итте. Мәғлүмәттәр 15 ноябрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының аҙыҡ-түлек баҙары торошона мәғлүмәт һәм аналитика күҙәтеүен үткәреү буйынса эшсе төркөмө ултырышында яңғыраны.

Докладсы билдәләүенсә, төбәктә хаҡтар тотороҡло, уҙған йылға ҡарағанда әллә ни артмаған.

«Дөйөм алғанда, республикала бөтә тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә хаҡтар индексы — 104,2, Рәсәйҙә 104,5 тәшкил иткән. Илдә аҙыҡ-түлеккә инфляция кимәле лә юғары — 103,2, беҙҙә — 102,9», — тине Гүзәл Аҫылова.

Үткән айҙа иткә, һөт ризыҡтарына, йомортҡаға, шәкәргә хаҡтар үҫеше темпы округка ҡарағанда кәмерәк. Социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡтар кимәле буйынса республика ил субъекттары араһында 75-се урында килә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть