Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала тәүге шиғри бәйге еңеүсеһе Эвита Гайнеттың ижад кисәһе була

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «...Әйтер һүҙем бар!» проекты еңеүсеһе Эвита Гайнеттың «Ауыр икән — тимәк, һин тере» тип аталған ижад кисәһе була.

Йәш башҡорт шағирәһе көй аҫтында яратҡан шиғырҙарын уҡыясаҡ. Бынан тыш, Эвита Гайнет уҡыусылар менән асыҡ диалог алып барасаҡ.

Эвита Гайнет — Башҡортостан яҙыусылары һәм шағирҙарының ижади берекмәһе ағзаһы. Белорет районында тыуып үҫкән, рус телендә шиғырҙар яҙа. Санкт-Петербургта күп һанлы шиғри кисәләрҙә ҡатнаша. «Студенттар сәнғәте төнө» йәштәр ижады фестивале финалсыһы, Мәскәүҙә «Һүҙ» икенсе шиғри фестиваль еңеүсеһе, Ульяновскиҙа «Станция «Белая» II асыҡ ҡала шиғри конкурсы финалсыһы.

Кисә 25 ноябрҙә «Башҡортостан» лайфстайл-үҙәгендә уҙа. Адресы: Менделеев урамы, 203а. Сара киске сәғәт 8-ҙә башлана. Тулыраҡ мәғлүмәт — «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмдә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть