Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә «ТЭФИ-Төбәк» конкурсы барышында Андрей Кончаловскийҙың «Ожмах» исемле яңы фильмы күрһәтелә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

23 ноябрҙә «ТЭФИ-Төбәк 2016» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы барышында Андрей Кончаловскийҙың «Ожмах» исемле яңы фильмы күрһәтелә.

Рәсәйҙә картина 2017 йылдың 19 ғинуарында киң прокатҡа сыға. «Ожмах» фильмы 73-сө Венеция халыҡ-ара фестиваленең төп конкурс программаһында ҡатнашҡан. Кончаловский үҙе режиссер эше өсөн «Көмөш арыҫлан» наградаһына лайыҡ булған. Бынан тыш, «Ожмах» «Сит телдәге иң яҡшы фильм» номинацияһында «Оскар» премияһына тәҡдим ителгән.

Өфөлә конкурста ҡатнашыусылар Рәсәй телевидениеһының күренекле шәхестәре менән танылған режиссерҙың яңы эшен тикшерә ала, улар үҙ сиратында оҫталыҡ дәрестәре бирә, шулай уҡ семинарҙарҙа, тренингтарҙа, түңәрәк өҫтәлдәрҙә, таныштырыу сараларында һәм башҡа сараларҙа ҡатнаша.

Атап әйткәндә, 23 ноябрҙә Леонид Якубович оҫталыҡ дәресе күрһәтә. Билдәле сценарист, яҙыусы, продюсер, «Мөғжизәләр яланы»ның алыштырғыһыҙ алып барыусыһы ҡунаҡтар һәм «ТЭФИ-Төбәк 2016» конкурсы финалсылары менән оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлашасаҡ.

Оҫталыҡ дәрестәренә аккредитация (347) 246-50-75 телефоны буйынса ҡабул ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть