Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ҡышҡы балыҡ тотоу өсөн урындар билдәләнде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда ҡышҡы балыҡ тотоу өсөн урындар билдәләнде. Республика биләмәһендә ошо кәсеп өсөн 12 урын бүленгән, тип хәбәр итте Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса баш идаралығының һыу объекттарында кешеләрҙең хәүефһеҙлеге бүлеге етәксеһе Валерий Сафронов.

Ағиҙел (Өфөләге Дуҫлыҡ Монументы янында), Ҡариҙел (Сипайлово биҫтәһе), Кама (Краснокама районындағы Николо-Берёзовка ҡасабаһы) йылғаларында, Яҡтыкүл һәм Аҡкүл (Ғафури районы), Ҡандракүл (Туймазы районындағы Ҡандра ҡасабаһы), Асылыкүл (Дәүләкән районындағы Алға ҡасабаһы), Шәмсетдин (Бөрө) күлдәрендә, Туймазы (Туймазы ҡалаһы), Павловка (Нуриман районындағы Павловка ҡасабаһы) һәм Нөгөш һыу һаҡлағыстарында (Мәләүез районындағы Нөгөш ҡасабаһы) балыҡ тоторға мөмкин.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ҡышҡы осорҙа республика биләмәһендә дүрт боҙ кисеүе эшләр тип күҙаллана. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында һыу ятҡылыҡтарында боҙҙоң туңыу ваҡыты хаҡында хәбәр иттеләр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть