Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Рәсәй Тәфтиш комитеты «Башнефть» акцияларын һатҡанда ришүәт алғаны өсөн иҡтисади үҫеш министры Алексей Улюкаевҡа ҡарата эш ҡуҙғатты

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Рәсәй Тәфтиш комитеты «Башнефть» акцияларын һатҡанда ришүәт алғаны өсөн Иҡтисади үҫеш министрлығы башлығы Алексей Улюкаевҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты. Был хаҡта, Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенә һылтанып, РИА Новости хәбәр итә.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, енәйәт эше Иҡтисади үҫеш министрлығы ыңғай баһа биргән өсөн 2016 йылдың 14 ноябрендә министрҙың ике миллион доллар ришүәт алыуы менән бәйле. Был «Роснефть» нефть компанияһына «Башнефть» компанияһы акцияларының 50 процентын һатып алыу буйынса килешеүҙе тормошҡа ашырырға мөмкинлек биргән.

Ведомство башлығы тотолған, уға ҡарата тейешле оператив тикшереү эштәре алып барыла.

Баҫма хәбәр итеүенсә, Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков был — бик етди ғәйепләү, һәм ул көслө дәлилдәр талап итә, тип белдерҙе. «Һәр осраҡта ла барыһын да суд хәл итә ала», — тине Дмитрий Песков.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть