Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә студенттар араһында «КИНОFEST-2016» ҡыҫҡа метражлы кино фестивале үтә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

23 ноябрҙә Өфөлә студенттар араһында «КИНОFEST-2016» ҡыҫҡа метражлы кино фестивале башлана. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, илдең теләһә ниндәй юғары уҡыу йорто студенты фильм төшөрә һәм юғары профессиональ жюри тарафынан баһалана ала.

Фестиваль барышында режиссура, сценарий менән эшләү, төшөрөү һәм монтажлау, актерлыҡ оҫталығы буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреү ҡаралған. Һуңынан әҙер эштәре булмаған ҡатнашыусылар алған белемдәрен фильм төшөргәндә ҡуллана ала.

Киләһе этапта студенттарҙың эштәрен ҡарарға, уларҙы башҡа тамашасылар менән тикшерергә һәм авторҙарға һорау бирергә мөмкин. Фестиваль 21 декабрҙә «Родина» кинотеатрында тамамлана. Унда бүләкләү тантанаһы була һәм иң яҡшы эштәр күрһәтелә.

«КИНОFEST-2016» фестивалендә ҡатнашырға теләүселәр 20 ноябргә тиклем ғариза бирергә тейеш. Тулыраҡ мәғлүмәт — «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмдә.

«КИНОFEST» Башҡортостанда икенсе тапҡыр ойошторола. Сараның төп маҡсаты — студенттарҙа әүҙем ижади һәм тормош позицияһын тәрбиәләү, кино төшөрөү оҫталығын үҫтереү һәм тәжрибә туплау. Ойоштороусылар — ММС графика дизайны студияһы ярҙамында Башҡорт дәүләт университеты студенттарының беренсел профсоюз ойошмаһы, «Масштаб» ижади берекмәһе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть