Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Светлана Медведева һәм Рөстәм Хәмитов «Аҡ рауза» диагностикалау үҙәгенең эше менән танышты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

14 ноябрҙә Социаль-мәҙәни башланғыстар фонды президенты Светлана Медведева һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тормош иптәше Гөлшат Хәмитова менән бергә «Аҡ рауза» ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеген тикшереү үҙәгенең эшмәкәрлеге менән танышты.

Үҙәк Светлана Медведеваның тәҡдиме менән быйыл ғинуар айында 3-сө бала табыу йортоноң ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы бүлеге нигеҙендә асылды. «Аҡ рауза» ҡатын-ҡыҙҙарға уңайлы шарттарҙа бушлай тикшереү үтеү мөмкинлеген бирә.

Светлана Медведева һәм Рөстәм Хәмитов заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған кабинеттарҙы ҡараны һәм пациенттарҙы ҡабул итеү шарттарын баһаланы.

– Көн һайын үҙәктә 25-30 ҡатын-ҡыҙ бушлай тикшереү үтә. Уларҙы өс акушер-гинеколог, өс маммолог, ике ультратауыш ярҙамында тикшереү табибы, шулай уҡ рентгенолог, психолог һәм урта медицина персоналы ҡабул итә. Коллективта бөтәһе 17 кеше эшләй, – тине клиниканың баш табибы Зөһрә Гурова. – Ошо медицина учреждениеһының эше уның кәрәкле булыуын һәм юғары һөҙөмтәлелек күрһәтте. Асылғандан алып бында 9 меңгә яҡын ҡатын-ҡыҙ тикшерелгән. Белгестәр медицина күҙәтеүе талап иткән ауырыуҙарҙың 16 процентын, шулай уҡ яман шеш менән сирләүҙең 23 осрағын асыҡлаған, шул иҫәптән 14 ҡатын-ҡыҙға һөт биҙе яман шеше диагнозы ҡуйылған. Ике сәғәт ярым эсендә белгестәр ҡатын-ҡыҙҙың репродуктив системаһын тикшерә һәм диагноз ҡуя.

Пациенттарҙың күбеһе 40 йәште үткән, улар килеүселәрҙең дөйөм һанынан 64,4 процент тәшкил итә. Илдә асылған «Аҡ рауза» медицина үҙәктәре тәү сиратта тап ошондай төркөмгә иҫәпләнгән.

Светлана Медведева Мәскәүҙең «Аҡ рауза» хәйриә фонды исеменән тейешле медицина ҡорамалдары һатып алыу өсөн аҡсалата сертификат, шулай уҡ үҙенең үҙәктең символы – аҡ рауза төшөрөлгән фотоһүрәтен тапшырҙы.

«Аҡ рауза» проекты Социаль-мәҙәни башланғыстар фонды президенты Светлана Медведеваның тәҡдиме менән әҙерләнгән. Ул йәмғиәттең, тәү сиратта ҡатын-ҡыҙҙарҙың иғтибарын үҙ сәләмәтлегенә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть