Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Синоптиктар был аҙнала көндәрҙең һыуытасағын фаразлай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, был аҙнала яуым-төшөм кәмей, һауа температураһы түбәнәйә башлай.

Төнгө сәғәттәрҙә 15-20 градусҡаса һалҡынайта, төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа 20-30 градус һыуыҡ булыуы ихтимал. Көндөҙ — 12-17, төньяҡ-көнсығышта 21 градусҡа тиклем һалҡын. Юлдарҙа урыны менән боҙлауыҡ көтөлә.

«Һалҡын масса төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш ағым менән килә башлай, шул арҡала төбәктә көндәр һалҡынайта. Аҙна аҙағында йылы фронттың яҡынлашыуы һөҙөмтәһендә һауа температураһы бер аҙ күтәрелә, яуым-төшөм ихтималлығы арта», — тип һөйләне Башгидрометтың матбуғат секретары Гөлназ Закирова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть