Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала Бөгөлсән ҡояш электр станцияһы тулы ҡеүәтенә эшләй башланы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Көйөргәҙе районында «Хевел» компанияһы Бөгөлсән ҡояш электр станцияһының өсөнсө сиратын файҙаланыуға тапшырҙы.

Ҡояш электр станцияһын төҙөү өс этапта барҙы һәм ваҡытында тамамланды.

Бөгөлсән ҡояш электр станцияһының беренсе сираты былтыр декабрҙә сафҡа индерелде. Быйыл апрель айында ул электр энергияһы һәм ҡеүәтенең күмәртә баҙарына сыҡты. Ошо йылдың ете айында станцияның беренсе сиратының етештереү күләме сәғәтенә 4,5 ГВт тәшкил иткән. Был план күрһәткестәренән 26 процентҡа күберәк.

Бөгөлсән ҡояш электр станцияһының икенсе сираты 21 октябрҙә эшләй башланы. Өфөгә Рәсәй энергетика форумына килгән энергетика министры Александр Новак уны ситтән тороп асты.  

Өсөнсө сиратты сафҡа индергәндән һуң станция 15 МВт проект ҡеүәтенә сыҡты.

Станцияны төҙөгәндә йәлеп ителгән ҡорамалдар 70 процентҡа илдең электр техникаһы һәм металл эшкәртеү сәнәғәте предприятиеларында етештерелгән.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Бөгөлсән ҡояш электр станцияһы Көйөргәҙе районының электр энергияһына ихтыяжын 60-70 процентҡа тәьмин итә ала.

«Хевел» Башҡортостанда бөтәһе һигеҙ ҡояш генерацияһы объекттарын төҙөйәсәк. Дөйөм ҡеүәте — 64 МВт. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 6 миллиард һумдан ашыу тип баһалана.

Белгестәр фекеренсә, Башҡортостанда ҡояш радиацияһының кимәле юғары. Көньяҡ райондар электр энергияһын етештереүҙең юғары күрһәткестәренә өлгәшергә мөмкинлек бирә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть