Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы температураның 30 градусҡа тиклем түбәнәйеүе хаҡында хәбәр итә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы температураның 30 градусҡа тиклем түбәнәйеүе тураһында хәбәр итә. Ведомствоның республика гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итеүенсә, 15 ноябрҙә көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Төндә урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ, көндөҙ яуым-төшөм булмаясаҡ. Ел төньяҡ-көнсығыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫәсәк. Һауа температураһы төндә — 15-20, төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа — 25-30, көндөҙ 11-16 градус һалҡын.

Юлдарҙа күреү мөмкинлеге яҡшы, айырым урындарҙа — боҙлауыҡ.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында һыуыҡтан һаҡланыу саралары тураһында һөйләнеләр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть