Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан инновация кластерҙарын үҫтереү буйынса федераль проектҡа инде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың нефть химияһы территориаль кластеры еңеү яулаған 11 кластер иҫәбенә инде. Уларҙы Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы инновация кластерҙарын үҫтереү буйынса өҫтөнлөклө проектта ҡатнашыу өсөн һайлап алған. Республиканың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта хәбәр итте.

«Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы республика менән килешеүҙең яҡынса проектын әҙерләгән дә инде, — тип билдәләне Алексей Карпухин. — Әлеге ваҡытта ярҙамдың йүнәлештәре һәм күләмдәре аныҡлана».

Башҡортостандың нефть химияһы территориаль кластеры 2012 йылда биш предприятие нигеҙендә булдырылған. Әле уның составында 160 предприятие иҫәпләнә, тип билдәләнеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Кластерҙың проектта ҡатнашыуы хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырырға, яңы эш урындары булдырырға, шулай уҡ предприятиеларҙың инвестиция йәлеп итеүсәнлеген күтәрергә булышлыҡ итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть