Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса идаралыҡты Илһам Фәтҡуллин етәкләне

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ ойошторолдо.

Идаралыҡ «Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттары (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары) тураһында»ғы Федераль законға һәм Рәсәй Федерацияһының айырым ҡануниәт акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы Федераль закондың 1-се статьяһының 11-се пунктына ярашлы республиканың башҡарма власть органдары структураларын камиллаштырыу маҡсатында булдырылған.

Төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау, файҙаланыу, популярлаштырыу һәм дәүләт һаҡлауы буйынса алып барған эштәре яңы ведомствоға тапшырыла.

Республика Башлығының икенсе Указы менән Илһам Фәтҡуллин Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ етәксеһе итеп тәғәйенләнде.

Илһам Зөфәр улы Фәтҡуллин 1981 йылдың 7 февралендә Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Тарих фәндәре кандидаты.

Хеҙмәт юлын 1998 йылда «Башҡортостан» ДТРК-ның телевидение студияһында мөхәррир булып башлай.

2005–2006 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының Ватан тарихы кафедраһы ассистенты.

2006–2008 йылдарҙа – Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәтендәге мәғлүмәт һәм аналитика бүлегенең баш белгесе.

2008–2009 йылдарҙа –  Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәтендәге биләмәләр һәм йәмәғәт үҙидаралары менән эшләү буйынса идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары – мәғлүмәт һәм аналитика бүлеге етәксеһе.

2009 йылда – Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәтендәге биләмәләр һәм йәмәғәт үҙидаралары менән эшләү буйынса идаралыҡтың мәғлүмәт һәм аналитика бүлегендә баш белгес.

2009-2010 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтендәге эксперт-аналитика идаралығының социаль өлкәне тикшереү бүлегендә төп белгес.

2010–2012 йылдарҙа – Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары ярҙамсыһы.

2012–2016 йылдарҙа – Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының мәҙәниәт һәм йәмәғәт берекмәләре менән хеҙмәттәшлек итеү бүлеге мөдире.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть