Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Ял көндәрендә ҡаланың бер травматология пунктына ғына 240-тан ашыу кеше мөрәжәғәт иткән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Йома көндө Өфөлә яуған «боҙло ямғыр» байтаҡ бәлә-ҡаза алып килде. Юлдар һырғалаҡҡа әйләнде, был иһә аварияларға һәм имгәнеүҙәргә килтерҙе.

Уҙған ял көндәрендә баш ҡалалағы 5-се травматология пунктына 245-кә яҡын кеше мөрәжәғәт иткән.

Шәмбе, 12 ноябрҙә, медицина учреждениеһында 150-нән ашыу кешене ҡабул иткәндәр. Әммә, белгестәр әйтеүенсә, был рекорд түгел, ә бындай һауа торошо өсөн ғәҙәти күренеш.

«Беҙ тәүлек әйләнәһенә эшләйбеҙ, — тип хәбәр итте 5-се травматология пункты мөдире Анатолий Мазетов. — Көн һайын беҙгә 95-100 кеше килә, шәмбе — 150, йәкшәмбе, 13 ноябрҙә, 95 пациент мөрәжәғәт итте. Был сик түгел — бер нисә йыл элек тәүлегенә 180-дән ашыу кешене ҡабул иткәйнек. Төп сәбәп — ҡул һындырыу осраҡтары. Кеше, тайып китеп, ҡулдарына ҡолай һәм, ҡағиҙә булараҡ, беләк һөйәген һындыра».

Анатолий Мазетов травматология пункттарына төрлө йәштәге кешеләрҙең мөрәжәғәт итеүен иғтибарға алды.

«Граждандарға иғтибарлыраҡ булырға кәрәк, —  тип иҫәпләй мөдир. — Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре кешене ҡолауҙан ҡотҡара алмай».

Пунктта тәүлек әйләнәһенә бер табип, өс шәфҡәт туташы, ике рентгенолог эшләй. Ҡайһы саҡта, кешеләр күп булған осраҡта, икенсе смена ярҙамға килә.

Өфөлә өлкәндәр өсөн травматология пункттары тәүлек әйләнәһенә ҡабул итә: 10-сы дауахана, Горький урамы, 47, тел. 243-25-38; 21-се дауахана, Урман тыҡрығы урамы, 3, тел. 232-54-91; 32-се дауахана, Хмельницкий урамы, 88, тел. 263-19-17; 5-се дауахана, Цюрупа урамы, 84, тел. 250-68-00.

Балалар өсөн травматология пункттары көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 10-ға тиклем эшләй: 4-се поликлиника, Орджоникидзе урамы, 15, телефон 263-15-97; 5-се, Жуков урамы, 18, тел. 241-24-84; 6-сы, Аксаков урамы, 62, тел. 250-59-46. 17-се балалар дауаханаһының травматология пункты Азатлыҡ урамы, 29 адресы буйынса урынлашҡан, телефон 263-56-00.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть