Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

«Оҙон көй-2016» төбәк-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы еңеүселәрен билдәләне

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Туймазыла өс көнлөк музыкаль марафон – «Оҙон көй-2016» төбәк-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы тамамланды. Халыҡ ижады байрамын Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Туймазы районы хакимиәте ойошторҙо. Сараның маҡсаты — башҡорт йырын халыҡсан башҡарыу оҫталығын һаҡлау һәм үҫтереү, йәш быуынды урындағы ғөрөф-ғәҙәттәр һәм йолалар нигеҙендә тәрбиәләү, халыҡтың башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу. Ижади форумда республиканың 20-нән ашыу ҡала һәм райондарынан, шулай уҡ Татарстандан, Һарытау һәм Силәбе өлкәләренән, Санкт-Петербургтан, Ҡаҙағстандан 6 йәштән 81 йәшкәсә 70-кә яҡын йырсы ҡатнашты.

Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Нажиә Аллаярова етәкселегендәге абруйлы жюри бәйгеселәрҙең талантын юғары баһаланы.

Гала-концертты асып, республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың сәләмләүен уҡып ишеттерҙе. Байрамдың абруйлы ҡунағы, данлы йырсы һәм ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы дауреаты Абдулла Солтанов дәррәү алҡыштар аҫтында башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙы.

Был көндә 30-ға яҡын йырсы еңеүсе, дипломант тип иғлан ителде, махсус, шул иҫәптән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың призына  лайыҡ булды. Уны Сәнәғәт, инновация үҫеше һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе Рәшит Хәйруллин Ҡаҙағстан ҡунағы Ләлә Усабаеваға тапшырҙы. «Оҙон көй-2016» төбәк-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсының Гран-прийын Юнир Һағынбаев яуланы. Еңеүсене Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов бүләкләне.

Бүләкләү тантанаһы конкурс еңеүселәренең һәм республика сәнғәт оҫталарының сығышы менән үрелеп барҙы, тип хәбәр итте мәҙәниәт буйынса муниципаль йәмәғәт советы рәйесе Мөсәүир Камалетдинов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть