Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Михаил Бабич һәм Рөстәм Хәмитов Башҡортостан митрополияһы идаралығында булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

11 ноябрҙә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө үҙәгендәге яңы бинаға күскән Рус Православие сиркәүенең Башҡортостан митрополияһы идаралығында булды һәм уны реконструкциялау барышы менән танышты.

Быға тиклем идаралыҡ Өфөнөң шәхси секторындағы ике ҡатлы бинала урынлашҡайны. Михаил Бабичтың туранан-тура булышлыҡ күрһәтеүе һәм төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитовтың мөнәсәбәте арҡаһында быйыл митрополияға ҡаланың тарихи үҙәгендәге заманса бина тапшырылды.

Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон Михаил Бабичҡа 2016 йылдың июнь айында Мәскәү һәм бөтә Русь патриархы Кирилдың Башҡортостанға сәфәре барышында ҡараған бинаны күрһәтте.

Башҡортостан митрополияһы идаралығының яңы бинаһы дөйөм майҙаны 2 700 квадрат метрҙан ашыу булған дүрт ҡатлы административ корпустан тора. Митрополит Никон Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиленә башҡарылған реконструкция эштәре хаҡында һөйләне. Төбәк власть органдарының ярҙамы менән бина ҡаланың үҙәк элемтәләренә тоташтырылған, тамашалар залын йыһазландырыу тамамланған, ҡыйыҡтың бер өлөшө ремонтланған.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда Рус Православие сиркәүе объекттарын ремонтлау һәм реконструкциялау әүҙем бара. Волга буйы федераль округында Рус Православие сиркәүе объекттарын төҙөү буйынса эштәр алып барыла. Шулай уҡ Рус Православие сиркәүенә 1918 йылға тиклем уның ҡарамағында булған дәүләт һәм муниципаль милекте тапшырыу тормошҡа ашырыла. Рәсәй Президентының 2010 йылда ҡул ҡуйған «Дәүләт йәки муниципаль милектәге дини тәғәйенләнештәге мөлкәтте дини ойошмаларға тапшырыу тураһында»ғы Федераль законы сиктәрендә һуңғы ике йылда ғына округ төбәктәрендә Рус Православие сиркәүенә революцияға тиклем уның ҡарамағында булған күсемһеҙ милек объекттары тапшырылған. Уларҙың дөйөм майҙаны —  50 мең квадрат метрҙан ашыу.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть