Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Михаил Бабич һәм Рөстәм Хәмитов «Башнефть» компанияһының үҫеш мөмкинлектәре менән танышты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

11 ноябрҙә Өфөлә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Башнефть-Новойл» нефть эшкәртеү заводында булды.

«Башнефть-Новойл» нефть эшкәртеү заводы юғары сифатлы яғыулыҡ һәм төрлө тәғәйенләнештәге майҙар алыу өсөн углеводород сеймалын эшкәртеүгә махсуслашҡан. Предприятиела 1,3 мең кеше эшләй.

«Башнефть-Новойл» «Башнефть-Өфө нефть эшкәртеү заводы» һәм «Башнефть-Өфөнефтехим» предприятиелары менән берлектә «Башнефть» компанияһының берҙәм нефть эшкәртеү комплексына инә. Ул — илдәге предприятиеларҙың иң ҙурҙарының береһе һәм Рәсәйҙә, Урта Азия, Көнсығыш һәм Көнбайыш Европа илдәрендә һорау менән файҙаланған нефть продукттары, нефть химияһы продукцияһы сығара. Нефть эшкәртеү заводтары илдә эшкәртеү тәрәнлеге күрһәткестәре, Нельсон индексы, тоноҡ төҫтәге нефть продукттары етештереү йәһәтенән алдынғылар иҫәбенә инә. Технологик мөмкинлектәр «Евро-5» стандарты буйынса мотор яғыулығын сығарырға мөмкинлек бирә.

Нефть эшкәртеү заводтарын ҡарағандан һуң, Михаил Бабич, Рөстәм Хәмитов һәм «Башнефть» компанияһының идара рәйесе Андрей Шишкиндың эш осрашыуы булды. Унда компанияны үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть