Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Михаил Закомалдин Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабичтың бойороғо менән Михаил Закомалдин Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор итеп тәғәйенләнде.

Михаил Закомалдинды Баш федераль инспектор итеп тәғәйенләү – көтөлгән ваҡиға, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов.

«Тиҙҙән Михаил Ивановичтың республикала емешле эшләүенә биш йыл тула. Уның бурыстарына йәмәғәт тәртибе, Өфө, ҡала һәм ауыл урамдарында тәртип урынлаштырыу, шулай уҡ Эске эштәр министрлығының матди-техник базаһын нығытыу мәсьәләләре инеүен беләбеҙ. Беҙ бергәләп эшләнек, ҡалаларҙа һәм муниципалитеттарҙа бер нисә яңы, заманса йыһазландырылған идаралыҡтарҙы файҙаланыуға тапшырҙыҡ. Ошо йүнәлештәге эште артабан да дауам итәсәкбеҙ. Беҙ шәхси составҡа, хәрби хәрәкәттәр һөҙөмтәһендә зыян күргәндәргә ярҙам итеү өсөн тырыштыҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, республикабыҙҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән күп яҡлы эш алып барылды», — тине төбәк Башлығы.

Быға тиклем Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор вазифаһын Андрей Чечеватов биләне. 2016 йылдың сентябрендә ул Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Михаил Иванович Закомалдин 1965 йылдың 5 сентябрендә Ҡурған өлкәһендә тыуған. 1982 йылда эске эштәр органдарында хеҙмәтен СССР Эске эштәр министрлығының Омск ҡалаһындағы юғары милиция мәктәбендә тыңлаусы булып башлаған. Уҡыуын тамамлағас, Ҡурған ҡалаһының Совет районы эске эштәр бүлегенең енәйәтте тикшереү бүлеге оперуполномоченныйы вазифаһына тәғәйенләнгән. Уның артабанғы хеҙмәт юлы криминаль милиция менән бәйле.

2007 йылдың авгусында Карелия Республикаһы буйынса эске эштәр министрының беренсе урынбаҫары, криминаль милиция начальнигы итеп тәғәйенләнгән. 2009 йылдың майынан — Карелия буйынса эске эштәр министры.

Рәсәй Президентының 2011 йылдың 26 июлендәге Указы менән Башҡортостан буйынса эске эштәр министры итеп тәғәйенләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть