Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала халыҡ-тарихи йыр фестивале уҙғарыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

16 ноябрҙә Башҡортостанда «Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра» тип аталған башҡорт халыҡ тарихи йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк фестивале ойошторола. Сара Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында үтә. Унда республиканың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан иң яҡшы ижади коллективтар һәм яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнаша. Айыусы ауылында тыуып үҫкән профессор Рим Йәнғужиндың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған «Кешеләр, мәҙәниәт, арауыҡ: Евразия донъяһының социомәҙәни динамикаһы» исемле бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусылар фестивалдең абруйлы ҡунаҡтары буласаҡ.

Фестивалде асыу тантанаһы Айыусы ауылының мәҙәниәт йортонда уҙа. Сара көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Унан алдараҡ, иртәнге 11-ҙә, урындағы мәктәптә биҙәү-ҡулланма ижады күргәҙмәһе асыла. Көндөҙгө сәғәт 1-ҙә Ҡаһым түрә стелаһына һәм «Ашҡаҙар» йыры һәйкәленә сәскә һалыу ойошторола.

Ҡаһым Мырҙашев, халыҡта ул Ҡаһым түрә булараҡ билдәле, — 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813–1814 йылдарҙа рус армияһының сит ил походтарында ҡатнашҡан башҡорт полктарының береһенең командиры.

Рим Йәнғужин (1941-2007) — этнограф, тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре. 1964 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 1968 йылдан алып шунда уҡ уҡытҡан, 1991 йылдан Башҡортостан тарихы һәм этнографияһы кафедраһы мөдире булған. Утыҙ йылға яҡын Башҡорт дәүләт университетының этнографик экспедицияларына етәкселек иткән. Рим Йәнғужин етәкселегендә университетта этнография музейы асылған. Туҡһандан ашыу фәнни эштәр, шул иҫәптән биш монография авторы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть