Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан халҡы ENES-2016 конкурсында республика проекттары өсөн тауыш бирә ала

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан халҡын ENES-2016 Бөтә Рәсәй конкурсы барышында интернет-тауыш биреүҙә ҡатнашырға саҡыралар. Еңеүселәр ENES халыҡ-ара форумының рәсми сайтында асыҡ тауыш биреү юлы менән билдәләнә.

Башҡортостандан бер нисә проект конкурстың финалына сыҡҡан, тип хәбәр иттеләр Энергияны һаҡлау һәм энергетик яҡтан һөҙөмтәле технологиялар буйынса республика ғилми үҙәгендә.

Улар араһында Нефтекамала урамдарҙы яҡтыртыу системаһын, «Башеврокуб» модулле конструкциялар заводының производство бинаһын яңыртыу буйынса проекттар бар.

Тауыш биреү 15 ноябргә тиклем дауам итә.

Теги: конкурс,ENES
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть