Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитовтың «Газпром» башлығы Алексей Миллер менән эш осрашыуы булды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

10 ноябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара рәйесе Алексей Миллер менән эш осрашыуы булды.

Яҡтар Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙе тормошҡа ашырыу барышын тикшерҙе. Атап әйткәндә, республикаға газ үткәреү хаҡында һүҙ барҙы. 2006-2015 йылдарҙа «Газпром» дөйөм оҙонлоғо 405 километрлыҡ 21 ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөгән, тип билдәләнде. Һөҙөмтәлә Башҡортостанға газ үткәреү кимәле 78,5-тән 89,6 процентҡа тиклем артҡан (Рәсәй буйынса уртаса — 66,2 процент). Әлеге ваҡытта компания республиканың Краснокама, Баймаҡ, Борай, Мишкә, Өфө һәм Учалы райондарында алты ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөй.

Осрашыуҙа «Газпром»дың Башҡортостанда газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү буйынса эшенә айырым иғтибар бүленде. Бөгөн төбәктә «Газпрома»дың 12 автомобиль газ тултырыусы компрессор станциялары эшләй. Өфөлә тағы ла бер станция төҙөлә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Газпром» һәм Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек, тәбиғи газды мотор яғыулығы сифатында файҙаланыуҙы киңәйтеү, газ үткәреү тураһында килешеүҙәр ғәмәлдә. Бынан тыш, яҡтар республика ойошмаларының юғары технологиялы продукцияһын ҡулланыуҙы киңәйтеү буйынса проекттың «юл карта»һына ҡул ҡуйған.

«Газпром — балаларға» программаһы сиктәрендә төбәктә тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, күп функциялы спорт майҙансыҡтары төҙөлгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть