Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда аборттар һаны йылдан-йыл кәмей бара

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда аборттар һаны йылдан-йыл кәмей бара. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы биш йылда аборттар һаны — 28,1, быйыл туғыҙ айҙа 7,9 процентҡа кәмегән.  

Башҡортостанда демографик хәлдә ыңғай йүнәлештәр һаҡлана, тип билдәләнеләр ведомствола. 2016 йылдың туғыҙ айында 42 меңдән ашыу сабый тыуған, республика буйынса тыуым күрһәткесе мең кешегә — 14, шул иҫәптән ҡала ерендә — 15, ауылда 12 тәшкил иткән. Сабыйҙар үлеме күрһәткесе — 6,0, был былтырғы ошо осорҙан 21 процентҡа кәмерәк.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында балаларҙың тышҡы сәбәптәр арҡаһында үлеменә ҙур иғтибар бүленә. Улар иҫәбендә — йәрәхәтләнеү, һыуға батыу, һөрөм газы менән ағыуланыу, бейеклектән ҡолап төшөү осраҡтары.

«Балалар үлемен иҫкәртеү буйынса ведомство-ара эш итеүҙе яйға һалырға, ғаиләне, әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты һаҡлау мәсьәләләре буйынса ведомство-ара советтарҙың һөҙөмтәлелеген күтәрергә кәрәк», — тип иҫәпләй Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Эльза Сыртланова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть