Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктәге бер нисә уҡыу йортона туҡланыуҙы ойоштороу нормаларын боҙған өсөн штраф һалынды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

«Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан идаралығы төбәктең 77 мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү ойошмаларында туҡланыуҙы ойоштороуҙы тикшерҙе.

Белгестәр микробиологик күрһәткестәр буйынса 500-ҙән ашыу һәм санитар-химик күрһәткестәр буйынса 419 әҙер аҙыҡты тикшергән. Мәктәпкәсә ойошмаларҙа бешерелгән аҙыҡта гигиеник нормативтар (1,7 процент) һәм санитар-химик күрһәткестәр (11,1 процент) буйынса етешһеҙлектәр табылған. Дөйөм белем биреү учреждениеларында ла туҡланыу санитар-химик нормативтарға ярашлы ойошторолмаған (4,7 процент).

Эксперттар ризыҡ әҙерләү өсөн файҙаланылған продукттарҙың да сифатын тикшерҙе. Тикшереү һөҙөмтәһендә техник регламенттарҙың микробиологик һәм санитар-химик күрһәткестәр буйынса талаптарға тап килмәүе асыҡланған.

Бынан тыш, «балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә төп продукттар (ит, һөт аҙыҡтары, балыҡ, яңы еләк-емеш һәм йәшелсәләр) буйынса туҡланыу нормаларын үтәмәү осраҡтары асыҡланған», — тиелә контролдә тотоусы органдың белдереүендә.

Асыҡланған ҡағиҙә боҙоуҙар өсөн 282 мең һумдан ашыу суммаға штрафтар һалынған. Республиканың балалар коллективтарында туҡланыуҙы ойоштороуҙы контролдә тотоу дауам итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть