Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала полиция хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Йыл һайын 10 ноябрҙә Рәсәйҙә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. 1715 йылда Петр I Рәсәйҙә йәмәғәт тәртибе һағы хеҙмәтен булдыра һәм уны «полиция» тип атай, грек теленән тәржемә иткәндә «дәүләт менән идара итеү» тигәнде аңлата.

Был көндәрҙә Башҡортостанда, ғәҙәттәгесә, байрам концерттары, яҡшы эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләү, ветерандарҙы ҡотлау ойошторола. Полицейскийҙар хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған иптәштәрен дә иҫкә ала. Күптәре байрамды эш урынында ҡаршылай. Минут һайын полицияның патруль-пост хеҙмәте, оператив бүлек, ЮХХДИ, ведомствонан тыш һаҡ  хеҙмәткәрҙәре республика халҡының тыныслығын һаҡлай.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе, эске хеҙмәт генерал-майоры Константин Толкачёв хәүефһеҙлек һәм хоҡуҡ һаҡлаусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Парламент спикеры 30 йылдан ашыу Эске эштәр министрлығы органдарында хеҙмәт иткән.

«Полиция хеҙмәткәрҙәрен, хеҙмәттәш офицерҙарҙы байрам менән ҡотлайым, уларға ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете һәм эштәрендә уңыштар теләйем! Хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе йөрәк ҡушыуы буйынса органдарға килгән һәм ваҡытын, һаулығын йәлләмәйенсә ошо эшкә бар көсөн һала», — тиелә Константин Толкачёвтың мөрәжәғәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть