Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың ике университеты илдең иң яҡшы вуздары исемлегенә инде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Республиканың ике юғары уҡыу йорто — Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты — Рәсәйҙең иң яҡшы 60-тан ашыу вузы исемлегенә инде. Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында «Рәсәй бөгөн» халыҡ-ара мультимедиялы матбуғат үҙәге үткәргән тикшереү шундай һөҙөмтәләр бирҙе.

Агентлыҡ мәғлүмәттәре буйынса, 503 университет баһаланған. Университет эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттең асыҡлығы, белем биреү эшмәкәрлеге шарттарының уңайлылығы, уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәренең әҙәпле һәм компетентлы, студенттарҙың белем сифаты менән ҡәнәғәт булыуҙары иҫәпкә алынған.

Эксперттар мәғариф ойошмаларының сайттарын һәм уларҙа педагогик хеҙмәткәрҙәр хаҡында мәғлүмәттәр барлығын, студенттарҙың бүлек хеҙмәткәрҙәре һәм хакимиәт менән телефон һәм электрон почта аша үҙ-ара эш итеүен тикшергән. Белем биреү тәжрибәһе студенттарҙан, уларҙың ата-әсәләренән һәм вуз уҡытыусыларынан һорау алыу нигеҙендә баһаланған. Юғары уҡыу йорттарында өҫтәмә белем биреү программаларының һәм ижади һәләттәрҙе үҫтереү өсөн мөмкинлек булыуы — мөһим шарт. Һорау алыуҙа 108 кеше ҡатнашҡан, шуларҙың 80 проценттан ашыуы — студенттар.

Бөтә мәғлүмәттәрҙе иҫәпкә алып, вуздың интеграль күрһәткесе булдырылған. Башҡорт дәүләт университетында ул — 81,85, Өфө дәүләт авиация техник университетында 81,02 тәшкил иткән. Республикалағы башҡа вуздарҙың да эштәре тикшерелгән, әммә улар аҙ балл йыйған һәм йомғаҡлау исемлегенә инмәгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть