Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Республика ҡалаларында Өфөлә төшөрөлгән «Наган» кинокомедияһы күрһәтелә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Йәнле таҫма» кинокомпанияһы Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында «Наган» исемле яңы кинокомедияны прокатҡа сығара. Рәсәй киноһы йылында Башҡортостанда төшөрөлгән берҙән-бер тулы метражлы фильм республика ҡалаларында күрһәтелә. 1-14 декабрҙә Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Сибайҙа, Күмертауҙа, Баймаҡта, Салауатта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа һәм башҡа тораҡ пункттарҙа премьера була.

Фильмдың режиссерҙары — Булат Йосопов һәм Ренад Еникеев. Фильмда билдәле Рәсәй актеры Иван Кокорин төшкән. Ул башҡорт комедияһы өсөн ике сериалда ҡатнашыуҙан баш тартҡан. Сюжет студент-архитектор Василий Находкиндың мажаралары менән бәйле, уның ролен Вадим Мәғәсүмов уйнай. Фильмда республика театрҙарының популяр актерҙары Владимир Латипов-Догадов, Рушанна Бабич, Эльвира Шрайнер, Рәмзил Сәлмәнов ҡатнаша.

«Наган» фильмы Өфөлә, нигеҙҙә «Йәнле таҫма» компанияһы павильонында, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында, Өфө дәүләт нефть техник университетында, «Версаль» рестораны биләмәһендә, шулай уҡ Дим һәм Эҫем йылғалары буйында төшөрөлгән. Көйөн республикала танылған композитор Владислав Савватеев яҙған. «Lumen» популяр рок төркөмө солисы Тэм Булатов фильмда чекист йырын башҡарған. Күмәк сәхнәләрҙә меңдән ашыу актер ҡатнашҡан.

Теги: кино
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть