Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Баш ҡалала һигеҙ баллы тығындар барлыҡҡа килде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

10 ноябрҙә Өфөлә һигеҙ баллы тығындар барлыҡҡа килде. Бөгөнгө иртәне лә автоһәүәҫкәрҙәр саҡрымдарға һуҙылған тығындарҙа ҡаршы алды. Һауа шарттары һәм юлдағы авариялар арҡаһында баш ҡалала хәрәкәт итеү ҡыйынлашты.

«Яндекс.Карталар» сервисы мәғлүмәттәре буйынса, иртәнге сәғәт 9-ға тығындар һигеҙ балл менән баһаланды. Ҡаланың ҡайһы бер райондарында транспорттың тиҙлеге сәғәтенә 3-7 километрҙан артманы. Степан Кувыкин, Софья Перовская, Пугачев, Дим шоссеһы, Сочи, Цюрупа, Революция, 8 март, Һәҙиә Дәүләтшина, Галле ҡалаһы исемендәге, Маршал Жуков, Седов урамдарында тығындар күҙәтелде.

Алдан хәбәр ителгәнсә, ике көн элек Өфөлә ун баллы тығындар булды.

Теги: тығындар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть