Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөләге тимер юл вокзалы ҡаршыһында яңы биҫтә төҙөлә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Өфөләге тимер юл вокзалы ҡаршыһында яңы биҫтә төҙөләсәк. Иҫке шәхси йорттар урынында 8-25 ҡатлы туғыҙ бина төҙөү күҙ уңында тотола. Ошо көндәрҙә Өфөнөң Совет районы хакимиәтендә К.Маркс урамы, Ибраһимов бульвары һәм проектланған Көнбайыш шоссеһы магистрале менән сикләнгән биләмәнең планын төҙөү проекты буйынса асыҡ тыңлауҙар үтте.

Өфө ҡала Советының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, биләмәнең дөйөм майҙаны — алты гектар самаһы. Шуның биш гектары күп ҡатлы торлаҡ өсөн бүленгән. Документацияға ярашлы, һалынған йорттарҙа фатирҙар һаны мең ярымдан ашыу тәшкил итәсәк. Проектланған торлаҡ фондының дөйөм майҙаны — 77 мең квадрат метр. Шулай уҡ бында 100 урынлыҡ балалар баҡсаһы, дөйөм туҡланыу һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиелары, спорт залы буласаҡ. Трансформатор подстанцияларын, меңдән ашыу автомобилгә иҫәпләнгән паркингтар төҙөү ҡарала.

Яңы йорттарҙы файҙаланыуға тапшырғандан һуң кварталда халыҡ һаны 2600 кеше тәшкил итер тип көтөлә. Ысынында иһә уның байтаҡҡа күберәк булыуы ихтимал.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть