Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

«Салауат Юлаев» операһы Илһам Вәлиев менән башҡорт сәхнәһенә ҡайта

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһы башҡорт сәхнәһенә ҡайта. 16 һәм 17 декабрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә яңы ҡуйылыштағы операның премьераһы була. Ошо ваҡиға — күренекле башҡорт композиторының тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған юбилей тантаналарының бер өлөшө. Төп партияла Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы, «Алтын битлек» милли театр премияһы һәм Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Илһам Вәлиев сығыш яһай.

«Был Өфө сәнғәт институтында уҡыуымды тамамлағандан һуң иң беренсе ҙур ролем булды. 2004 йылда Мәғәфүр Хисмәтуллинды тыңлай-тыңлай Салауат образын эшләнем. Уның улы Марат ошо тамашаның режиссеры һәм операға әҙерләнеү буйынса уҡытыусым ине, һәм мин ныҡлы күҙәтеү аҫтында булдым. Беҙ Салауаттың лирик яҡтарын асырға тырыштыҡ — ул шағир, һәм операла уны лирик герой булараҡ асыуға ҙур иғтибар бүленә. Әлбиттә, уның һоҡланғыс яугир һәм командир икәнлеген дә беләбеҙ. «Салауат Юлаев» операһы — бөйөк композиторҙың бөйөк әҫәре, тип уйлайым», — тип һөйләне Башҡорт һәм Екатеринбург театрҙары солисы Илһам Вәлиев.

2016 йылғы тамашаны спектаклдең музыкаль етәксеһе һәм ҡуйыусы дирижеры — Башҡорт опера һәм балет театрының баш дирижеры Артём Макаров, ҡуйыусы режиссеры — Мария театры режиссеры Иркен Ғәбитов, ҡуйыусы рәссамы — театрҙың баш рәссамы Рифҡәт Арыҫланов, ҡуйыусы хормейстеры — театрҙың баш хормейстеры Александр Алексеев тәҡдим итә.

Төп партияларҙы Салауат Асҡаров һәм Раил Кучуков (Юлай), Светлана Арғынбаева һәм Катерина Лейше (Көнбикә), Эльвира Фәтихова һәм Гөлнара Вәлиева (Әминә), Владимир Копытов һәм Ян Лейше (Пугачёв), Фәнәүи Сәлихов һәм Әлим Ҡәйүмов (Бохайыр) башҡара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть