Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктән 114 уҡыусы Кремль шыршыһына бара

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Мәскәүҙең Дәүләт Кремль Һарайында үтәсәк Яңы йыл шыршыһына Башҡортостандан 114 уҡыусы бара. Уларҙы сәфәрҙә табиптар, уҡытыусылар, Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре оҙатып йөрөй. 25 декабрҙә балалар махсус рейс менән Мәскәүгә юллана, 27-дә иһә Өфөгә ҡайта. Быйыл төп Яңы йыл тамашаһы 26 декабргә билдәләнгән. Уға хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың балалары, балалар йорттарында һәм интернаттарҙа, социаль йәһәттән яҡланмаған һәм күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, уҡыу алдынғылары, олимпиада, конкурс еңеүселәре, Волга буйы федераль округындағы кадет корпустары кадеттары саҡырылған.

Ғәҙәттәгесә, делегация «Измайлово» ҡунаҡхана комплексына урынлаштырыла. Программа бик бай: 25 декабрҙә уҡыусылар «Кескәй йөрәк тураһында баллада» тигән музыкаль тамаша ҡарай, 26-да Кремль шыршыһы була, кискеһен иһә улар яҡтылыҡ шоуында ҡатнаша.

20 ноябргә тиклем байрамда ҡатнашыусыларҙың исемлеге төҙөләсәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәғариф министрлығында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть