Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан кредит биреү йәһәтенән әүҙем ун төбәк иҫәбенә инде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өсөнсө квартал йомғаҡтары буйынса Башҡортостан кредит биреү йәһәтенән әүҙем ун төбәк иҫәбенә инде, тип хәбәр итә Берләшкән кредит бюроһы. Улар — Мәскәү (135,7 миллиард һумға 600 мең кредит), Санкт-Петербург (50 миллиард һумға 315 мең кредит), Краснодар крайы (30 миллиард һумға 245 мең кредит), Свердловск өлкәһе, Башҡортостан, Татарстан, Түбәнге Новгород, Силәбе, Ростов һәм Һамар өлкәләре. Илдә бирелгән бөтә кредиттарҙың 39 проценты тәүге унау иҫәбенә тура килә.

Дөйөм алғанда, йыл башынан кредит карталары һәм ипотека өлөшө артҡан. Әлеге мәлдә Рәсәйҙә яҡынса 2,73 миллион ипотека заемсылары иҫәпләнә, уларҙың һәр береһенең банктарға уртаса 1,29 миллион һум бурысы бар.

Кредит карталары — иң популяр кредит продукты, уны 31,12 миллион кеше ҡуллана. Карта буйынса уртаса лимит — 49,5 мең, уртаса бурыс — 31 мең һум самаһы. Бирелгән карталарҙың 50 проценты файҙаланылмаған.

Ҡулаҡса биреү күләме, айырыуса автокредит кәмей. Әле 1,22 миллион кеше автокредит түләй. Уның буйынса уртаса бурыс — 405 мең һум.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть