Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә инклюзив Яңы йыл шыршыһы үтә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

26 декабрҙә «ВДНХ-Экспо» майҙансығында «Изге шыршы-2017» тип аталған инклюзив фестиваль үтә, быйыл ул өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Яңы йыл байрамына әҙерлек эше башланған да инде. Аквагрим буйынса оҫталар, фотографтар, видеографтар, аниматорҙар һәм бағыусылар йәлеп ителгән.

Ғәҙәттәгесә, шыршыға бөтә республиканан үҙенсәлекле балалар саҡырыла. Былтыр Ҡыш бабай һәм тылсымлы шыршы байрамға ике меңгә яҡын баланы йыйған. Улар өсөн конкурстар һәм бүләктәр менән бай программа ойошторолған.

Быйыл социаль проектта ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризалар lider2602@mail.ru электрон адресына ҡабул ителә. Хаттың темаһында «Изге шыршыла ҡатнашырға теләйбеҙ» тип яҙырға һәм ойошманың исемен күрһәтергә кәрәк.

Тулыраҡ мәғлүмәт — «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Беҙҙең киләсәк» хәйриә фонды төркөмөндә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть