Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Республикала яңы программа мохтаждарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Башҡортостанда мохтаждарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса программаның проекты әҙерләнгән. Был хаҡта республика Дәүләт Йыйылышының профилле комитетында Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов һөйләне.

Программа сиктәрендә 2017-2025 йылдарҙа эконом класлы торлаҡ төҙөргә тәҡдим ителә. Шулай уҡ шәхси йорт төҙөгәндә граждандарға ярҙам кире ҡайтарыу нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Хәлит Мәхмүтов әйтеүенсә, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ҡуртым торлаҡ фондын булдырыу өсөн торлаҡ төҙөүе күҙ уңында тотола. Аҙ килем алған граждандар арзан хаҡҡа фатир һатып алһын өсөн ярҙам итеү механизмдарын индереү ҡаралған.

Ошо программаны төбәк етәксеһенең ҡушыуы буйынса Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды менән берлектә республиканың «Госстрой» ойошмаһы әҙерләгән. Эш шунда: халыҡтың айырым төркөмдәренең түбән килемле булыуы уларға шәхси йәки заем аҡсаһы иҫәбенә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирмәй. Хәлит Мәхмүтов килтергән мәғлүмәттәргә ярашлы, ғаиләләрҙең 15 процентының ғына фатирҙы Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фондының льготалы хаҡы буйынса һатып алыу мөмкинлеге бар. Социаль торлаҡ төҙөү һәм мохтаждарҙы улар менән тәьмин итеү темпы етерлек түгел. Төҙөлөш күләмен арттырыу өсөн республика Башлығы ошо программаны әҙерләргә ҡушҡайны. Планға ярашлы, 2025 йылға проект сиратта тороусыларҙың максималь һаны буйынса ошо мәсьәләләрҙе хәл итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть