Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

«Рәсәй Башҡортостан» телеканалының репортажы «ТЭФИ-Төбәк 2016» премияһының махсус призына дәғүә итә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Спорт хәбәрсеһе Зилә Афзалованың «Яңы йыл мөғжизәһе» тип аталған эше (операторҙары — Илшат Ҡаҙаҡҡолов һәм Урал Шәрипов, компьютер графикаһы рәссамы — Вилдан Магомедов) Бөтә Рәсәй телевизион конкурсының финалына сыҡты. Репортаж «Еңеп сығыу» тигән махсус номинацияла баһаланды, унда спорт менән шөғөлләнгән һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр тураһында иң яҡшы 24 тапшырыу тәҡдим ителгән.

Төп герой Кемран Парталиев онкология сире менән ауырый, әммә күптәнге хыялы — хоккейсы булыуы теләге үҫмергә ҡурҡыныс сир менән көрәшкәндә көс бирә.

Финалсылар араһында «Рәсәй Мәҙәниәт Башҡортостан» телеканалының баш мөхәррире Айгөл Кантюкова ла бар.

Бронза «Орфей» өсөн көрәштә Башҡортостан телевидениеһының башҡа вәкилдәре лә ҡатнаша.

«Мәғлүмәт сығарылышын алып барыусы» номинацияһында — Айгөл Кантюкова (Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының Башҡортостандағы филиалы); «Танып-белеү тапшырыуы» — «Уфимский городовой» проекты («Бөтә Өфө» телекомпанияһы); «Балалар өсөн тапшырыу» — «Ҡымыҙ юлы» (Башҡортостан юлдаш телеканалының «Тамыр» студияһы).

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 24 ноябрҙә Өфөләге «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть